Буштың ваҡыты уҙҙы10.01.2017
Быйыл торлаҡты бушлай хосусилаштырыу тамамлана. 1 марттан был ғәмәл түләүлегә әйләнә.
Артабан бушлай хосусилаштырыу хоҡуғы тик етем балаларға, шулай уҡ 2005 йылға тиклем заявка биреп тә, эше килеп сыҡмаған кешеләргә генә биреләсәк.
Илдә Күсемһеҙ милектең берҙәм реестры һәм иҫәп-теркәү системаһы эшләй башлаясаҡ. Дәүләт был процедураларҙы мөмкин тиклем ябай һәм тиҙ үткәреү юлдарын тәҡдим итә. Быйылдан шәхси милектең күсемһеҙ объекттары иҫәбенә паркингтағы машина урыны ла индерелә башлай. Хәҙер уны үҙ теләгең буйынса файҙаланырға, һатырға, йәки ипотекаға алырға мөмкин. Тик барлыҡ ғәмәлдәр менән гараждағы башҡа кешеләр хәбәрҙар булырға тейеш.


Вернуться назад