Ғәмһеҙгә юлда урын юҡ10.01.2017
Рәсәйҙә 1 ғинуарҙан автомобилдә балаларҙы ташыуға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә бәйле яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде.
Әйтәйек, хәҙер ете йәшкә тиклемге сабыйҙы тик автокреслола йөрөтөү талап ителә. 7 – 11 йәш­лектәр иһә, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп, артта ултыра ала. Ә алда йөрөтөү өсөн мотлаҡ автокресло кәрәк (12 йәшкә тиклемдәргә). Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән кешегә өс мең һумлыҡ штраф янай.
Бынан тыш, ете йәшкә тиклемге сабыйҙы автомобиль салонында яңғыҙ ҡалдырғандарға ла яза сараһы ҡаралған. Ул – 500 һум күләмендәге штраф. Балалар крес­лоһының хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреү-бирмәүе лә айырым тикшереләсәк. Был талап элекке­ләргә түгел, яңы ҡорамалдарға ҡағыла.
Балаларҙы төркөмләп алып йөрөү ҡағиҙәләрендә лә үҙгәрештәр бар. Автобустарҙы мотлаҡ ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS юлдаш нави­гацияһы, шулай уҡ тахограф менән йыһазландырыу ҡаралған. Техни­каның файҙаланылыу ваҡыты ла иҫәпкә алына, ул ун йылдан арт­маҫҡа тейеш. Шулай уҡ барлыҡ яңы автомобилдәрҙең, юл-транспорт ваҡиғаһы хаҡында автоматик рәүеш­тә хәбәр еткереү маҡсатында, “ЭРА-ГЛОНАСС” юлдаш системаһы менән йыһазландырылыуы мөһим. Бындай ҡоролмаһы булмаған машиналарҙы илгә индереү тыйыла.
ОСАГО буйынса үҙгәрештәр бармы? Иң мөһиме шул: электрон полистарҙы һатыу барлыҡ страховка компаниялары өсөн мотлаҡ бурысҡа әүерелде. Әгәр теркәү сайттағы проб­лемалар йәки техник көйһөҙлөк сәбәпле мөмкин түгел икән, хеҙмәт күрһәтеүсе был хаҡта тиҙ арала Рәсәйҙең Үҙәк банкына хәбәр ебәрергә тейеш. Бындай осраҡта “берҙәм агент” принцибы эшкә егелә: клиент башҡа страховка компа­нияһынан полис аласаҡ.
Әйткәндәй, 1 февралдән водитель танытмаһын ЮХХДИ-ла ғына түгел, ә күп функциялы үҙәктәрҙә алмаштырыу мөмкинлеге асыла. 15 ғинуарҙан ҡайһы берәүҙәргә был документынан ҡолаҡ ҡағыу ҡурҡы­нысы ла бар. Атап әйткәндә, алимент түләмәгәндәр, балалары менән аралашыуҙан ҡасҡандар, килтергән зыянын ҡапларға теләмәгәндәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандар водитель танытмаһынан ваҡытлыса мәхрүм ителәсәк.


Вернуться назад