Һабансылар ярышҡа киләсәк10.01.2017
Һабансылар ярышҡа киләсәк Башҡортостанда ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең асыҡ чемпионаты үткәрелә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, быйыл июнь-июль айҙарында төбәктә тупраҡты эшкәртеү оҫталығы буйынса Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы уҙғарыла. Ойоштороу комитетына Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә Өфө районы биләмәһендә чемпионатты үткәреү саралары планын төҙөргә тәҡдим ителде.


Вернуться назад