Хеҙмәттәшлек күпере һалына10.01.2017
10 – 14 ғинуарҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһы Вьетнам Социалистик Республикаһына сәфәр ҡыла. Сәфәр программаһында ҡайһы бер министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, эшлекле һәм фән даирәләре вәкилдәре менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр ҡарала. Бындай саралар Ханой, Хошимин, Вунгтау ҡалаларында уҙғарыласаҡ.
Республика делегацияһына Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселек итә. Уның составына Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҙа инә.
Әйткәндәй, былтыр октябрҙә Өфөлә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Нгуен Тхань Шон менән осрашыуында төрлө өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлеге тикшерелгәйне. Әле республикалар араһындағы сауҙа әйләнеше 15 миллион доллар тәшкил итә.
– Сауҙа күләмен арттырырға кәрәк. Бының өсөн мөмкинлек бар, – тигәйне Рөстәм Хәмитов осрашыуҙа. – Дәүләттәребеҙ тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Халыҡтарыбыҙ дуҫ, татыу. Артабан да шулай буласаҡ. Беҙ Вьетнам, уның провинциялары менән мөнәсәбәттәрҙе нығытасаҡбыҙ.
Әле Башҡортостан Вьетнамға химия һәм металлургия сәнәғәте әйберҙәрен, ҡорамалдар ебәрә. Вьетнамдан иһә беҙгә күн, туҡылған әйберҙәр, ҡорамалдар килә. Республикабыҙҙа Вьетнам компаниялары ҡатнашлығындағы 24 предприятие эшләй. Улар нигеҙҙә сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, йөк ташыу, лак-буяу продукцияһы, пластмасса һәм туҡыу әйберҙәре өлкәһенә ҡағыла.