Яңы һулыш алып10.01.2017
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте ҡарарҙары донъя күрҙе. Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған документта республикабыҙҙың Бәләбәй һәм Күмертау ҡалаларында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тураһында һүҙ бара.
Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, бындай биләмәләр Күмертау һәм Бә­ләбәй ҡалаларын үҫтереүгә, уларҙың иҡтисадын үҙгәртеп ҡо­роуға, инвестиция йәлеп итеүгә, ҡалаларҙағы төп ойош­ма­ларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылмаған яңы эш урындары бул­ды­рыуға булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, Күмертау авиация-етештереү берекмәһе менән Бәләбәй “Автонормаль” заводы – был төбәктәрҙәге төп предприятиелар.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә сағылған күрһәтмәләрҙе үтәү­гә ярашлы, Күмертау һәм Бәләбәй былтыр март айында Бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү фондында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре исемлегенә индерелеү өсөн проекттарын яҡлағайны. Күмертауҙа “Сигма” компаниялар төркөмө алты мил­лиард һумлыҡ өр-яңы май экстракцияһы заводын асырға ниәтләй. Бәләбәй иһә яңы статус алған осраҡта һигеҙ миллиард һумлыҡ биш инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы планлаштыра.
Йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәләре исемлегенә быйыл Белорет, Нефтекама, Благовещен һәм Учалы ҡалалары дәғүә итә. Белорет менән Нефтекама социаль-иҡтисади хәлдең насарайыу хәүефе янаған ҡалалар категорияһына, Благовещен менән Учалы иһә тотороҡло социаль-иҡтисади хәлле берәмектәр төркөмөнә индерелгән.


Вернуться назад