Спорт байрамына килегеҙ03.01.2017
2– 20 ғинуарҙа Башҡортостанда уҡыусылар араһында Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса республика спартакиадаһы үткәрелә.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторған спорт форумы “Ҙур хоккей аҙналығы”на арнала. Унда 700-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнаша.
Ярыштар биатлон, фигуралы шыуыу, шайбалы һәм туплы хоккей, тау саңғыһы спорты, сноуборд, шорт-трек, фристайл, трамплиндан саңғыла һикереү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса уҙғарыла. Уларҙың төп төрҙәре Өфөлә үтәсәк. “Морат” үҙәгендә тау саңғыһы оҫтаһын билдәләһәләр, Өфө районында спорт йүнәлешендәге алдынғыларҙы асыҡлаясаҡтар. Ярыш программаһын кисә йәш фигуристар асты.