Ялдарығыҙ күңелле үтһен03.01.2017
Яңы йыл байрамы осоронда өфөләрҙе “Өләсәйем һандығынан әкиәт” ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар һәм уйынсыҡтар күргәҙмәһендә көтәләр.
Күргәҙмә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында ойошторола. Унда Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 20-нән ашыу рәссамдың һәм оҫтаның төрлө материалдарҙан һәм төрлө алым менән яһалған әйберҙәре ҡуйылған. Сараның темаһы – ауыл тормошо, бала саҡ, өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәр, йолалар.
Күргәҙмә ғинуар аҙағына тиклем эшләй. Адресы: Өфө ҡалаһы, Яңы Күпер урамы, 20, Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы. Телефоны: +7 (347) 272-65-43.
3, 4, 5, 6, 8 ғинуарҙа музей иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем эшләй.


Вернуться назад