Юл хаҡы арзанайҙы03.01.2017
Яңы йылдан баш ҡалабыҙҙа трамвай, троллейбустарҙа юл хаҡы бер аҙ түбәнәйҙе.
Былтыр 1 июлдән ошо транспорт төрҙәрендә юл йөрөү 4 һум­ға артып, 22 һум тәшкил иткәйне. Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, электр транспорты байрам көндәрендә баш ҡала халҡына үҙенсәлекле бүләк яһаны. Бер яҡтан был Яңы йылға, икенсе яҡтан ҡалала электр транспорты ойошторолоуҙың 80 йыллығына бәйле. Бынан ары ошо транспорт төрҙәрендә ҡулаҡса менән иҫәпләшкән осраҡта юл хаҡы 20 һум тәшкил итәсәк.


Вернуться назад