Өфөләр рекорд ҡуйҙы03.01.2017
Өфөләр рекорд ҡуйҙы Өфөлә водителдәр “Автомобилдән шыршы” бөтә Рәсәй флешмобына ҡушылды.
“Касторама” гипермаркеты ал­дындағы майҙанда 215 автомобиль ғәйәт ҙур яңы йыл шыршыһын яһаны. Яндырылған фаралар гирлянда булып балҡыны. Йондоҙҙо иһә өс юл посты хеҙмәте автомобиле һәм бер “Ашығыс ярҙам” машинаһы сағылдырҙы. Шыршыны өҫтән квадрокоптер менән төшөрөп алдылар.
Акцияны автоинспекция ярҙамы менән Өфөнөң автомобилистар берләшмәһе ойошторҙо. Өфөләр Хабаровскиҙың рекордын үтте. Унда шыршыны 97 автомобиль яһағайны.


Вернуться назад