Яңы тәҡдим04.01.2017
1 ғинуарҙан Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыуға сикләү индерелде.
Атап әйткәндә, Яңы йылдан мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау билдәләнгән көндәрҙә алкоголь һатыу тыйыла. Сикләүҙең аныҡ датаһын вәкәләтле органдар раҫлаясаҡ. Бынан тыш, күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларында иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итмәйәсәктәр. Ундай ойошмалар иҫәбенә кафе йәки ресторан статусына эйә булғандар ғына инмәй. Бындай үҙгәрештәрҙе республика прокуратураһы тәҡдим итте.


Вернуться назад