Һаулыҡ һаҡлауҙа яңы закон03.01.2017
Мотлаҡ медицина страховкаһына индерелмәгән юғары технологиялы медицина ярҙамы хәҙер Федераль фонд бюджетында ҡаралған айырым бүлектән финансланасаҡ.
Ошо туралағы закон 1 ғинуарҙан көсөнә инде. Ул юғары технологиялы медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелә. Бынан ары Федераль үҙәктәргә ойоштороусылар төҙөгән дәүләт йөкләмәһе нигеҙендә субсидия бүленәсәк. Был 2017 йылдан 960 мең пациентҡа, ә 2018 йылдан 1 миллиондан ашыу кешегә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк.