Рулдә — иҫеректәр03.01.2017
Рулдә — иҫеректәр Яңы йыл төнөндә юлдарҙа ла күңелһеҙ хәлдәр булды. Ул иҫеректәрҙең рулгә ултырыуы менән бәйле.
Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 31 декабрь төнөндә Башҡортостан юлдарында 77 иҫерек водитель тотолған. Улар араһында транспорт сараһын йөрөтөүгә хоҡуҡты раҫлаған танытмаһыҙ әҙәмдәр ҙә булған. Бер водитель Дәүләкән районында юл фажиғәһендә һәләк булған.


Вернуться назад