Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республикабыҙҙың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек саралары планын раҫланы. Документҡа ярашлы, 2017—2019 йылдар Башҡортостанда юбилей эгидаһы аҫтында үтәсәк.Хөкүмәт ҡарары менән социаль сәйәсәттәге, мәҙәниәт, сәнғәт, фән, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм спорт, төбәкте танытыу, нәшриәт эшмәкәрлеге, төҙөлөш һәм инфраструктураны әҙерләү өлкәһендәге саралар билдәләнде. Улар федераль, республика ҡаҙнаһынан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финансланасаҡ.
Планға шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналар, “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — йөҙ инвестиция проекты” эшҡыуарлыҡ акцияһын үткәреү индерелде. Мәғариф ойошмаларында “Башҡортостан Республикаһы тарихы тураһында йөҙ лекция” акцияһы уҙғарыла.
Документта “Евразия йөрәге”, “Берҙәмлек”, “Урал ауазы”, “Өфөлә Шаляпин кисәләре”, “Туғанлыҡ” фестивалдәрен, юбилейға арналған Евразия гуманистик форумын, “Башҡортостан — үҫеш биләмәһе”, “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя”, Башҡортостан ғаиләләре форумдарын, Рәсәй халыҡтарының Йәштәр ассамблеяһы ултырышын, “Изге республика” фестивален, оҫталар аҙналығын, “Нефть һәм газ эшкәртеү-2019” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезын үткәреү ҡарала. Муниципаль берәмектәрҙә ойоштороласаҡ сараларға айырым урын бирелә. Планда шулай уҡ республикабыҙҙың баш ҡалаһында Башҡортостан райондары һәм ҡалалары көндәрен үткәреү күҙаллана.
— Төбәк планына республика эшмәкәрлегенең стратегик йүнәлештәре индерелгән. Ул бөтә йәш төркөмдәренең мәнфәғәттәренә ҡағыла. Маҡсатыбыҙ — йәш быуынға тапшырыу өсөн бөтә өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарыбыҙҙы бергә туплау, — тине республиканың 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу комитетының яуаплы секретары, Башҡортостан Республикаһы министры Руслан Мирсаяпов, күләмле документҡа аңлатма биреп. — Баҫма матбуғатҡа ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, рус һәм инглиз телдәрендә “Башҡортостан Республикаһы” энциклопедияһы донъя күрәсәк. Башҡортостандың дәүләтселеге тураһындағы документтар тупланған йыйынтыҡ, “Бер быуатлыҡ юл” китабы нәшер ителәсәк.