Төнгө күктә эҙ ҡалдырып30.12.2016
Яңы йыл Квадрантида метеориттарының салюты менән башланасаҡ. Ул 1-нән 5 ғинуарға тиклем дауам итә. 3-4 ғинуарҙа салют айырыуса сағыу көтөлә – сәғәтенә 120 метеор осасаҡ. Өфө планетарийынан хәбәр итеүҙәренсә, был иң көслө метеорит ағымдарының береһе буласаҡ.
Төнгө күктә яҡты эҙ ҡалдырып йондоҙ атылғанын бөтәһенең дә күргәне барҙыр. Әйтерһең дә, күк есеме ергә ҡолап төшә. Планетарийҙа әйтеүҙәренсә, йондоҙ түгел, ә диаметры 1 миллиметр йәки унан ҙурыраҡ булған матдә өлөштәре ҙур тиҙлектә Ерҙең атмосфераһына бәрелә икән. Сағыу яҡты­лыҡ та тап шуға бәйле. Ҡайһы бер есемдәр атмосферала тулыһынса янып бөтмәйенсә, ергә төшә. Улар метеорит тип атала.
Эксперттар күкте төнгө сәғәт 11-ҙән таңға тиклем күҙәтергә кәңәш итә. Тап ошо ваҡытта ағым радианты офоҡтан тейешенсә бейеклеккә күтәрелә. Квадрантиданың иң сағыу осоро 3 ғинуарҙа киске сәғәт 7-гә тура киләсәк.


Вернуться назад