Телевидение нимә вәғәҙәләй?30.12.2016
Башҡортостан юлдаш каналында Яңы йыл каникулы бик күңелле булмаҡсы. Программаға концерттар, тапшырыуҙарҙың йомғаҡлау сығарылыштары, нәфис һәм музыкаль фильмдар, әкиәттәр индерелгән.
31 декабрҙә 10 сәғәт 45 минутта “Был – беҙ” проектының йомғаҡлау сығарылышы эфирға сыға. Студияға республикабыҙҙың күп милләтле халҡы вәкилдәре йыйыла.
Тамашасыларҙы күркәм бүләк – Радик Юлъяҡ­шиндың концерты көтә. Йола буйынса Яңы йыл төнөндә каналда “Башҡорт йыры”ның гала-концерты була. Заманса хиттар һәм элекке йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килер, моғайын.
2017 йылдың тәүге көнөндә премьера – “Фәрештәләр сере” фильмы тәҡдим ителә. Әкиәтте бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – ике аҙнала әҙерлә­гәндәр. Өфөләге “Ватан” паркында төшөрөлгән өҙөктә бик күп актерҙар йәлеп ителгән, уларҙың иң кесеһенә бер йәш тә тулмаған.
Әйткәндәй, Яңы йыл төнөндә Башҡортостан юлдаш каналында реклама булмаясаҡ.


Вернуться назад