Юлдар, юлдар...30.12.2016
Башҡортостанда бер йыл эсендә юл төҙөүгә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ошо турала белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, ҙур проблема тыуҙырған төп юлдарҙың барыһы ла тиерлек Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ҡатнашлығында тикшерелде, теркәлде һәм планға индерелде. Көҙ киң йәмәғәтселек йәлеп ителеп, ошо пландың тормошҡа ашырылыу дәрәжәһе баһаланды.
– Бер йыл эсендә юлдарҙы тулыһынса нормаға ярашлы хәлгә килтереү мөмкинлеге булманы, әлбиттә. План төҙөлдө. Уға ярашлы киләһе өс йылда М-5, М-7, Өфө – Ырымбур федераль трассалары төҙөкләндереләсәк, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Ете-һигеҙ йыл эсендә республика, муниципаль-ара юлдар тәртипкә килтерелергә тейеш.