Ер-Әсәне ҡурсалап30.12.2016
Мәскәүҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының киләсәк быуын мәнфәғәтендә экологияны үҫтереү мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.
Кәңәшмәлә глобаль экологик проблемаларҙы хәл итеүҙә Рәсәйҙең тотҡан урыны һәм әһәмиәте, илде экологик йәһәттән оҙайлы һәм тотороҡло үҫтереүҙең төп бурыстары, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхиттең деградацияһы һәм тәбиғәт ресурста­рының бөтөү хәүефен, ғәмәлдәге экологик зыянды кәметеү, производствола заманса таҙа технологияларҙы сафҡа индереү мәсьәләләре тикшерелде.
Рәсәй Президенты Владимир Путин, ултырышты асып, 2017 йылдың Экология йылы тип иғлан ителеүе хаҡында хәтергә төшөрҙө. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – милли иҡтисадтың һөҙөмтә­лелеген арттырыу йәһәтенән генә түгел, иң элек кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу, төбәк­тәрҙең ҡеүәтен асыу йәһәтенән дә бик мөһим йүнәлеш ул.
Владимир Путин йылдам хәл ителергә тейешле иң киҫкен экологик проблемаларҙы билдәләне:
– Тәбиғәткә зарарлы матдәләр сығарып таш­лау­ға бәйле хәл айырыуса борсолоу тыуҙыра. Ҡала халҡының яртыһы бысраҡ һауа шарттарында йәшәргә мәжбүр. Шәхси һәм йәмәғәт транспортының һауаны бысратыуға индергән өлөшө 50 – 90 процент тәшкил итә. Һыу ятҡы­лыҡ­тарының ҙур өлөшө бөгөн “бысраҡ” йәки “бик бысраҡ” булараҡ баһалана. Халыҡтың ете про­центы сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителмәгән. Тупраҡ һәм ерҙәр сифатының насарайыуы бөтә төбәктәрҙә лә тиерлек күҙәтелә.


Вернуться назад