Бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү фондының Күҙәтеү советы Бәләбәйҙәге яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында инфраструктура объекттарын төҙөү буйынса сығымдарҙы берлектә финанслауға Башҡортостандың заявкаһын хупланы. Заявкала ике инвестиция проекты – Бәләбәй һөт комбинатының ҡеүәттәрен техник яҡтан комплекслы йыһазландырыу һәм “АММА” фәнни-етештереү предприятиеһында металл конструкциялар сығарыуҙы ойоштороу тураһында һүҙ бара. Беренсе проектта Фонд ярҙамы менән таҙартыу ҡоролмалары төҙөү, икенсеһендә иһә электр менән тәьмин итеү күҙаллана. Финанслауҙың планлаштырылған күләме – 250 миллион һумдан ашыу, шуның 239 миллион һумын Фонд бүләсәк. Проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 2020 йылға 2,6 миллиард һум самаһы табыш алыу, 300-ҙән ашыу эш урыны булдырыу мөмкинлеге бар.