“Көмөш диск”лы баянсылар21.12.2016
Танылған музыканттар – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессорҙары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәжәп Шәйхетдинов менән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Владимир Суханов “Көмөш диск” наградаһына лайыҡ булды. Ул Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең иң абруйлы башҡарыусыларына тапшырылды.
Бүләкләү тантанаһы ХХVIII “Баян һәм баянсылар” Халыҡ-ара фестивале барышында Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка академияһында булды. Унда Финляндиянан, Италиянан, Австриянан, Хорватиянан, Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан баянсылар, аккордеонсылар ҡатнашты. Бындай сара йыл һайын декабрь айында уҙғарыла. Уны Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡ, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы, Фридрих Липстың хәйриә фонды ойоштора.


Вернуться назад