Иң шәп килен кемдеке?21.12.2016
Иң шәп килен кемдеке? Ошо көндәрҙә Өфөлә IV Бөтә Рәсәй гүзәллек форумы үтте. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, уның төп бурысы – йәмәғәтселектең иғтибарын ғаилә һәм никах мәсьәләләренә йүнәлтеү, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү юлдарын табыу.
Форум барышында ғаилә ҡорған ҡатын-ҡыҙҙар араһында III “Суперкилен-2016” төбәк-ара әхлаҡлылыҡ һәм сафлыҡ, матурлыҡ һәм таланттар ябыҡ конкурсы ойошторолдо. Унда Өфөнән хореограф Азалия Дилмөхәмәтова еңеү яуланы.
Күркәм сараны Рәсәй мосолман­дарының Үҙәк диниә назараты, “Аиша” мосолман журналы, “Һомай” театр-дефилеһы ойошторҙо. Был көндәрҙә шулай уҡ “Заманса мосолман ҡатын-ҡыҙы: шәхес, ғаилә, йәмғиәт” фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Конференцияның пленар өлөшө Ҡөрьән уҡыуҙан башланды. Ҡунаҡтар һәм сарала ҡатнашыусылар алдында Рәсәй ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов сығыш яһаны.


Вернуться назад