Фольклориада юғары кимәлдә үтәсәк21.12.2016
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы (CIOFF) президенты Филипп Боссан һәм CIOFF-тың мәҙәниәт эштәре буйынса вице-президенты Алехандо Камачо Гонсалес, шулай уҡ CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова менән осрашты.
Сара барышында 2020 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
– 2020 йылда Фольклориаданы үткәреү урыны итеп Өфөнө һайлағанығыҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Беҙ әүҙем әҙерләнәбеҙ һәм ошо бурысты юғары кимәлдә үтәйәсәгебеҙҙе беләбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күләмле сараға әҙерлекте башланыҡ. Ғәмәлдәр планын төҙөнөк. Аҡсаны ҡайҙан алыу, эште нисек ойоштороу кәрәклеген беләбеҙ. 2020 йылғы Фольклориаданың ойоштороусыларҙың да, ҡатнашыусыларҙың да хәтерендә сағыу сара булараҡ һаҡланып ҡалыуын теләр инек. Фольклориаданы асыу һәм ябыу тантаналарын юғары кимәлдә ойошторасаҡбыҙ. Бөтә Рәсәйҙән бик күп ижади коллективтарҙы йәлеп итеү күҙаллана. 2020 йылдың йәйендә республикабыҙға туристар ағымы әүҙемләшер тигән ниәттәбеҙ.
Республика Башлығы фольклор коллективтары һаны буйынса Башҡортостандың Рәсәйҙә беренсе урын биләүен билдәләне. Төбәктә халыҡ-ара күләмдәге ваҡиғаларҙы юғары кимәлдә үткәреү өсөн тейешле структура булдырылған.
Филипп Боссан әйтеүенсә, CIOFF йыл һайын бөтә донъя буйынса 350-гә яҡын фестиваль үткәрә. Бөтә донъя фольклориадаһы уның рәсми саралары иҫәбенә инә. Фольклориадала 60 – 80 илдән 3 мең самаһы артист ҡатнаша.