Көндәр һыуыта21.12.2016
Көндәр һыуыта Башгидрометтан һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда урыны менән 36 градусҡа тиклем һыуыта.
Айырым райондарҙа минус 41-гә тиклем төшөүе ихтимал. Шуға ла халыҡҡа мөмкин тиклем һағыраҡ булырға, алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, йылы итеп кейенергә, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Белгестәр әйтеүенсә, төбәккә Рәсәйҙең төньяҡ райондарынан арктик циклон яҡынлаша. Һалҡын һауа торошо аҙна аҙағында ғына бер ни тиклем үҙәгәрәсәк. Әйткәндәй, иртәнге сәғәттәрҙә минус 25 булһа — башланғыс синыф уҡыусыларына, 28-30 градуслыҡ һыуыҡтарҙа урта синыфта уҡығандарға мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин. Ә минус 31 градус һәм унан да түбәнерәк булһа, мәктәптәр тулыһынса ябылырға тейеш.


Вернуться назад