“Толчок”ка рәхим итегеҙ!20.12.2016
Өфөнөң Пушкин баҙарында “толчок” асылды.
Ул шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә сәғәт 11-ҙән 5-кә ҡәҙәр эшләй.
Бында теләгән һәр кеше кәрәкмәгән әйберен һата, икенселәр үҙҙәренә кәрәген һайлай ала.
“Һатыу өсөн рөхсәт алыу кәрәкмәй, түләүһеҙ әйбер һаҡлау камераһы эшләй”, – ти сауҙаны ойоштороусылар.