Бәләбәй сыры бит ул!20.12.2016
Бәләбәйҙә етештерелгән сыр “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” исемлегенә индерелде.
Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй конкурсында баһалама ағзалары “Российский” һәм “Голландский” сырының сифатына юғары баһа биргән. Бынан тыш, “Бутербродное” аҡ майы ла абруйлы кон­курстың дипломына лайыҡ булған.
Әйткәндәй, киләһе йыл Бәләбәй һөт комбинаты үҙенең 85 йыллығын бил­дәләй. Ойошма – Рәсәйҙә ҡаты сыр етештереү буйынса иң эре пред­прия­тиеларҙың береһе. Ул “Нерал” компа­нияһы төркөмөнә ҡарай. Бында әҙер­ләнгән продукция илдең 60-тан ашыу ҡалаһында һатыла.


Вернуться назад