Донъяла ни хәлдәр бар?20.12.2016
АҠШ-тағы президент һайлауҙарында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡатнашлығы бар, тип хәбәр итә NBC телеканалы. Американың махсус хеҙмәт вәкилдәре раҫлауынса, һайлауҙарға йоғонто яһау буйынса кампания менән Путин үҙе идара иткән. Йәнәһе, Рәсәй Президентының был аҙымы башта Хиллари Клинтондан үс алыу маҡсатынан сығып эшләнгән, һуңынан донъя илдәре араһында АҠШ-тың абруйын ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән.
Шулай инде, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сумған, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.
***
“Иҡтисадтың 1,5 процентҡа үҫеүе беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй”, – тине Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев. Уның фекеренсә, нисек кенә ауыр булмаһын, беҙҙең иҡтисадтың юғарыраҡ үрләү мөмкинлеге бар. Был осраҡта иҡтисадҡа тағы ла күберәк аҡса түгеү, халыҡтың килемен кәметеү тураһында һүҙ бармай. Киреһенсә, уларҙан сығыу юлдарын эҙләп, уңайлы иҡтисади шарттар булдырырға кәрәк.
***
Америка Ҡушма Штаттары “Рособоронэкспорт”ҡа ҡарата ҡулланылған санкцияларҙы йомшартырға уйлай. Баҡтиһәң, беҙҙең предприятие етештергән һанлы камералар кәрәк булған икән. Уларҙы күпме һәм ҡасан һатып алыу менән Пентагон шөғөлләнә. Хәйер, үҙ мәнфәғәттәренә ҡағылғанда, АҠШ-тың санкцияларҙы көйләү осрағы беренсе тапҡыр түгел.
***
Чечен Республикаһының беренсе президенты Әхмәт Ҡадиров исемендәге фонд Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуыуына арналған хәйриә акцияһы үткәрҙе. Унда мохтажлыҡ кисергән кешеләргә ярҙам итеү йөҙөнән 23 мең тоҡ дөгө, шәкәр, он таратылған.
***
Дәүләт Думаһы 2020 йылға тиклем Әсәлек капиталын йыл һайын индексациялауҙы туҡтатып торҙо. Әлегә тиклем хаҡтар үҫкән һайын ул да арта бара ине.
Бөгөн Әсәлек капиталының күләме 453 026 һум тәшкил итә. Был аҡсаны ғаиләнең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, әсәнең пенсия тупланмаһын формалаштырыуға, ипотека кредитын түләүгә, шәхси йорт төҙөүгә, балаларҙы уҡытыуға тотонорға мөмкин.


Вернуться назад