“Ашығыс ярҙам”ға кем ярҙам итер?20.12.2016
Республикала “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәрен туҡмағандар. Имгәнгән табип менән фельдшер дауаханаға оҙатылған.
17 декабрь кисендә Туймазылағы полиция хеҙмәткәрҙәренә табиптар мөрәжәғәт итә. Тәртип һаҡсылары кисекмәҫтән ваҡиға булған ергә юллана. Асыҡланыуынса, медицина хеҙмәткәрҙәре ауыр хәлдәге кешегә ярҙамға килгән. Әммә ауырыуҙы ҡотҡарып ҡала алмағандар. Фатирҙағылар, табиптарға ташланып, уларҙы имгәткәнсе туҡмаған.
Эске эштәр министрлығының матбуғат секретары Максим Ро­дионов әйтеүенсә, әле бер кеше ҡулға алынған. Тикшереү үт­кә­релә. Тағы ла бер әҙәмдең ошо ваҡиғаға ҡатнашлығы асыҡлана.



Вернуться назад