Йүнселдәр йүнен таба20.12.2016
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Башҡортостанда тәүге район-ара Эштә булышлыҡ итеү үҙәге асылды. Ул Ейәнсура, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары эшҡыуарҙарын хеҙмәтләндерәсәк.
Өс ай дауамында 12 район биләмәһендә йүнселлекте һөҙөмтәле үҫтереү өсөн ярҙам алымдарын, иң кәрәкле хеҙмәттәрҙе асыҡлау йәһәтенән ҙур эш башҡарылды. Һөҙөмтәлә ошондай район-ара үҙәктәрҙе Иҫәнғол, Ҡариҙел ауылдарында һәм Күмертау ҡалаһында асырға ҡарар ителде.
Кисә Ҡариҙел районында Эшлекле хеҙмәттәшлек үҙәге асылды. Ҡариҙел эшҡыуарҙарынан тыш, ул шулай уҡ Асҡын, Тәтешле һәм Балтас райондары йүнселдәренә хеҙмәт күрһәтәсәк. Йыл аҙағына тиклем ошондай үҙәкте Күмертауҙа асыу күҙаллана. Ул Көйөргәҙе һәм Күгәрсен райондарына булышлыҡ итәсәк.
Үҙәктәр эшҡыуарҙарға тейешле баҙарға сығыу, заманса технологиялар ҡулланыу, етештереү күләмен арттырыу, тотҡарлыҡтарҙы кәметеү йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәк. Ауыл йүнселдәрен үҫтереүгә, онлайн-кассалар ҡуйыуҙа булышлыҡ итеүгә айырым иғтибар биреләсәк.
Иҫәнғол һәм Ҡариҙел райондарындағы үҙәктәрҙең етәксеһе – “Йәнле ауыл” проекты авторы Ренат Мамаев. Былтыр ул ошо технология буйынса тесты уңышлы үтте, бер нисә кооператив ойоштороуҙа ла уңышҡа өлгәште.
Әйткәндәй, район-ара үҙәктәр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты башланғысы менән һәм уның финанс ярҙамында асыла.