“Таштуғайҡай, һинең кәкүгең юҡ, Үҙ Уралҡайыма ҡайтайым”20.12.2016
“Таштуғайҡай, һинең кәкүгең юҡ, Үҙ Уралҡайыма ҡайтайым” Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә арналған
концертта башҡорт йыры яңғыраны. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, “Астана-опера” театрының төп солисы Әлфиә Кәримова башҡарҙы. Опера сәхнәһе йондоҙо милли кейемдә башҡорт халҡының “Таштуғай” йырын йырланы.

– Тыуған ерем – Башҡортостан. Бик күп яҡындарым, дуҫтарым, уҡытыусыларым, мәктәбем, училищем, белем алған институтым шунда. Өфөлә үҙемдең тамашасым бар. Унда һәр саҡ ашҡынып ҡайтам. Репертуарым да башҡорт халыҡ, шулай уҡ автор йырҙарына бай, – тине Әлфиә Кәримова.
Ҡаҙағстан бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығына арналған концерт опера һәм балет театрында үтте. Артистар ошо төбәктә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең әҫәрҙәрен башҡарҙы. Википедия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле Ҡаҙағстанда 17 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Байрам концертында шулай уҡ азербайжан, татар, немец, серб, корей, украин, ҡытай, япон, уйғыр телендә йырҙар яңғыраны.


Вернуться назад