Йәштәр килде тулҡын булып…20.12.2016
Республикала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының яңы составы барлыҡҡа килде. Положениеға ярашлы, палата өс йылға 35 кеше иҫәбендә төҙөлә. 10 кешене – республика Башлығы, тағы ла унауһын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы тәҡдим итә, 15 ағза конкурс нигеҙендә һайлана.
Уҙған ял көндәрендә ойошторолған конкурста 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге граждандар ҡатнашты. Улар төрлө йәмәғәт берекмәләренә инә. Ғаризаларҙың барыһы ла, экспертиза үткәндән һуң, конкурс комиссияһына ебәрелде. Комиссия, үҙ сиратында, дәғүәселәрҙең сығышын тыңланы. Һөҙөмтәлә Наталья Агеева, Рәмил Әһлетдинов, Елена Арямнова, Ольга Асманова, Айнур Ғибәтов, Тимур Зәйнуллин, Илгизәр Зәйнетдинов, Арсен Зинәтуллин, Дмитрий Каретко, Инесса Косолапова, Альберт Мөхәмәтғәлиев, Айрат Мөхәмәтдинов, Александр Онищенко, Антон Первушин, Татьяна Саханькова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы бишенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалығына конкурста еңеп сыҡты.
– Бишенсе саҡырылыш палата составына юғары уҡыу йорттары йәштәренең вәкилдәре, ҙур корпорацияларҙың йәштәр советы делегаттары, профсоюз хәрәкәте әүҙемселәре, йәш ғалимдар инде. Йәштәр парламентының көслө составы тупланды. Палатаның бурысы – команда туплап, йәштәрҙең һөнәри белемен, ойоштороу һәләтен үҫтереү, – тине әүәлге саҡырылыш палата етәксеһе Таһир Ғизәтуллин.