Ыңғай һөҙөмтә көтәбеҙ20.12.2016
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башнефть” компанияһы акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышында сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе компанияның Башҡортостан иҡтисады өсөн әһәмиәтен билдәләне. Былтыр “Башнефть” компаниялар төркөмөнөң йыйылма бюджетҡа, республиканың инфраструктура һәм социаль үҫешенә индергән аҡсалата килеме 37,9 миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл 11 ай эсендә был күрһәткес 37 миллиард һумдан ашыу булған. Былтыр компанияның һалым һәм һалым булмаған кереме 33,9 миллиард һумға еткән. Бынан тыш, “Башнефть” төбәктә мөһим социаль һәм хәйриә программаларын тормошҡа ашыра, спортты үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Республика Башлығы Башҡортостан киңлегенә донъяның ҙур нефть һәм газ компанияһы булған “Роснефть”тең килеүен һәр йәһәттән хупланы.
– Республикабыҙ иҡтисады өсөн хәҙер бының һөҙөмтәһен көтәбеҙ, әлбиттә. “Роснефть” Рәсәйҙең һәм донъяның нефть һәм газ сәнәғәте өсөн продукция сығарған бик күп пред­приятиеларыбыҙға ҡорамалдарға, машиналарға, механизмдарға заказ бирер тигән өмөттәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад