Сәхнәлә – “Серле алтын тараҡ”16.12.2016
Яңы йылды һәр кем үҙенсә иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарырға тырыша. Баш ҡалабыҙ театрҙары ла был уңайҙан ҙур әҙерлек алып бара, балаларға күркәм байрам ойоштороу хәстәрен көҙҙән үк башлай. Шул иҫәптән “Нур” театры ла йыл һайын үҙенең кесе тамашасыларына өр-яңы программа әҙерләй.
Тамаша ҡупшыларҙан-ҡупшы итеп биҙәлгән шыршы тирәһендә башлана. Кескәй тамашасыларыбыҙҙы төрлө әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыу, уйындар, бәйгеләр, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән көтә. Ә инде иң ҙур Яңы йыл бүләге – Мансур Ғиләжевтең “Серле алтын тараҡ” тип исемләнгән мөғжизәләр тулы әкиәте.
Әҫәр халыҡ әкиәттәренә һәм мифтарға нигеҙләнеп ижад ителгән. Аҡ һәм ҡара көстәрҙең киҫкен бәрелешенә, тылсымлы ваҡиғаларға һәм тәбиғи персонаждарға бай.
Әкиәтте сәхнәгә йәштәр ҡуя. Режиссеры – Илшат Мөхитдинов, рәссамы – Карина Ситдиҡова, композиторы – Булат Исламов, хореографы – Виктория Тылмасова. Йәштәр ҡулында халыҡ әкиәттәре лә заманса яңғыраш, заманса кәүҙәләнеш ала. Бөгөнгө көн сәнғәт алымдары йәш тамашасының күңеленә үҙенсә бер юл һала алыр тип ышанғы килә.
Әкиәт 21 декабрҙән 30-ына тиклем һәм Яңы йыл каникулында 3 ғинуарҙан 8-енә ҡәҙәр дауам итә. Серле һәм ҡыҙыҡлы Яңы йыл мажараларын тамаша ҡылырға ашығығыҙ, дуҫтар!