Үҙ тауышы менән ингән яҙыусы16.12.2016
Күренекле яҙыусы, башҡорт әҙәбиәте белгесе, публицист, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Үзбәк ССР-ының Серов ҡасабаһында тыуыуына ҡарамаҫтан, бөтә ғүмере уның данлыҡлы ата-бабалар, мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев төйәге – Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылы менән бәйле.
Бәләкәйҙән ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәт күрергә тура килә Тимерғәле Әбделғәлим улына. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы Әбделғәлим фронтҡа алына. Күп тә тормай ғаиләгә “ҡара ҡағыҙ” килеп төшә, унда Ҡыҙыл Армия офицеры Әбделғәлим Килмөхәмәтовтың батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр ителә. Атаһының ҡустылары – Ғәбделбарый менән Ғәбдрәшит тә ҡәһәрле фронт яландарынан ҡайтмай. Шулай итеп, әсәһе Ғил­миә 29 йәшендә тол ҡала. Өләсәһе Сәм­сиямал ҡаты ауырып, көндәренең һуңына тиклем һуғышҡа киткән өс улын көтөп, гүргә китә. Башланғыс кластарҙы бөткәс, ул алты километр алыҫлыҡта урын­лашҡан Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Уны тамамлағас, колхозда эшләй, урындағы комсомол комитеты етәксеһе була.
1962 – 1967 йылдарҙа Тимерғәле Әб­дел­ғәлим улы Башҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетында уҡый. Һуңынан Мәскәүҙә Ломоносов исемендәге МДУ аспиранты була, кан­дидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлай. 1970 йылдан алып БДУ-ла эшләй, 1993 йылда журналистика кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.
Ижади эше студент йылдарынан уҡ баш­лана. Ул ваҡытта “Совет Башҡорт­останы” гәзите редакцияһында эшләгән Рәми Ғарипов менән Ноғман Мусин “Буденновка” исемле хикәйәһен уҡып, яҡшы баһа бирә. Ул күп көттөрөп тормай, гәзит биттәрендә донъя күрә. Оҙаҡламай шул уҡ гәзиттә яуаплы секретарь, яҙыусы, журналист Ғәйфулла Вәлиев “Бер хикәйә ха­ҡында һүҙ” исемле мәҡәлә-рецензия­һында йәш яҙыусының тел байлығына төп герой­ҙарҙың тура килеүе, башҡорт әҙәбиәтенә яңы ҡәләм оҫтаһы килеүе тураһында яҙа.
1968 йылда тәүге хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Унан һуң “Күк тояҡҡай”, “Ҡаш­лаҡтағы кешеләр”, “Хаҡлыҡ үлмәй”, “Йәнки­ҫәк” хикәйә һәм повесть йыйынтыҡтары баҫыла. Әҙәбиәткә үҙ тауышы менән ингән яҙыусының әҫәрҙәре лә иҫтә ҡалырлыҡ еңел булмаған яҙмышлы геройҙар менән бай. Мәҫәлән, урман ҡарауылсыһы Бик­ҡужа боланды ҡотҡарыр өсөн ғүмерен хә­үеф аҫтына ҡуйырға әҙер, колхоз рәйесе Ислам ауыл халҡы тормошо өсөн “социа­лизм”дың кешелекһеҙлек закондарына ҡаршы сыға, шишмәне ҡотҡарыусы Ай­сы­уаҡ һ.б. Әҫәрҙәре тормоштағы хәл-ва­ҡиға­ларға, халыҡ аңына, замандаш­та­ры­ның рухи донъяһына иғтибар итеүе, психологизм, тел байлығы тасуирлығы менән айырылып тора. Төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан хикәйәләре башҡорт әҙәбиәтенең сағыу үрнәктәре булып иҫәпләнә. “Ғүмер – берәү, донъя – мәңгелек” повесы туҡ­һа­нынсы йылдарҙа башҡорт прозаһының ҡаҙанышы тип иҫәпләнә. Әҫәрҙәре урыҫ, татар, сыуаш, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ, төрөк телдәренә тәржемә ителгән.
2010 йылда “Ватандаш” журналы бит­тәрендә донъя күргән һуғыш тураһында яҙылған хикәйәләр циклы билдәле ваҡиға булып тора. Һәр хикәйәлә трагизм һәм оптимизм ҡатнашмаһы, киләсәккә өмөт, тыуған ергә һөйөү, геройҙар араһындағы йылы мөнәсәбәт яҡтыртыла.
“Һуңғы фронтовик” хикәйәһендә совет һалдаты тураһында һүҙ йөрөтөлә. Ауылда һуңғы булып ҡалған һалдат кешелек­һеҙ­лек, формализм менән бәрелә. Йәш сағын­да ҡан ҡойоп, әжәл күреп, фронт яланында үткәргән, һуғыштан һуңғы йыл­дарҙа ауыл хужалығын тергеҙгән. Бөгөн ул ярҙамға мох­таж, ләкин ярҙам итеүсе табылмай һәм ғүмеренең һуңғы көндәрендә һуңғы фронтовик үҙенең көсөнә генә ышана ала.
Байтаҡ монография эштәре лә бар яҙыу­сының, Башҡортостан энциклопедия­һы, күп томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның әүҙем авторы. 2014 йылда Ти­мерғәле Килмөхәмәтовтың “Йән­киҫәк” пьесаһын Сибай драма театры уңышлы сәхнәләштергән.
“Шоңҡар” әҙәби берекмәһе етәксеһе бул­ған осорҙа ул күренекле шағирҙар, про­заик, публицист, әҙәби тәнҡитселәргә башҡорт әҙәбиәтенә юл аса. Уларҙың ара­һында – Рәйес Түләк, Факиһа Туғыҙ­ба­ева, Сабир Шәрипов, Марсель Искән­дәров, Гүзәл Ғәлиева һәм башҡалар. Яҙыусы, тәнҡитсе, әҙәбиәтсе булараҡ, баш­ҡорт әҙәбиәте үҫешенә бөтә көсөн бирә, ҙур ижтимағи тормош та алып бара. Тимерғәле Килмөхәмәтов Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул итеү комиссияһында эшләй һәм йыш ҡына башҡорт әҙәбиәтендә көнүҙәк булған һорауҙарға доклад менән сығыш яһай.

Күренекле яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Тимерғәле Килмөхәмәтовтың 75 йәшенә арналған ижад кисәһенә рәхим итегеҙ! Сара 21 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетында сәғәт 2-лә башлана.


Вернуться назад