Бурысыңды түләнеңме?14.12.2016
Бурысыңды түләнеңме?
Өфөлә “Бурыслы” операцияһы башланды. Ул 24 декабргә тиклем дауам итә.
Баш ҡалалағы дәү­ләт автоинспек­ция­һынан хәбәр итеүҙә­рен­сә, штраф ҡарар законлы көсөнә ин­гәндән алып 60 көн эсендә түләнергә тейеш. Билдәләнгән ваҡытта түләнмәгән осраҡта бурыс икеләтә арта. Шулай уҡ ғәйеплене 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу кеүек яза сараһы ла ҡулланылыуы ихтимал.
Әйткәндәй, юл ҡағиҙәһен боҙған автоһәүәҫкәрҙәр ошо турала ҡарар сыҡҡан мәлдән 20 көн эсендә штрафты 50 процент күләмендә генә түләү мөмкинлегенә эйә.


Вернуться назад