Газ менән ҡулланыусылар иғтибарына!13.12.2016
Кешеләрҙең иғтибарын йорттарҙа һәм фатирҙарҙа газ приборҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү зарурлығына йүнәлтәбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе боҙоу аяныс хәлдәргә килтерә, һәм уларҙың һаны кәмемәй, айырыуса йылытыу миҙгеле башында. Газ приборҙарын хеҙмәтләндереү, төҙөкләндереү йәки алмаштырыу менән бәйле барлыҡ ғәмәлдәрҙе махсус ойошма башҡара.

Газ ҡорамалын файҙаланғанда төтөн һәм елләтеү юлдарына айырым иғтибар биреү шарт. Уларҙың емерелеүе, туңыуы йәки тығылыуы тартыу көсөнөң боҙолоуына килтерә. Ә тартыу көсө юғалған осраҡта газ приборын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла, сөнки ағыу­ланырға мөмкин. Тап шуға күрә газ ярҙамында эш­ләгән йылытыу ҡорамалын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Бының өсөн при­борҙағы кескәй тәҙрәгә ҡағыҙ киҫәген яҡын килте­рәләр. Әгәр ул тәҙрәгә тартылһа, тимәк, тартыу кө­сө бар. Мейес горелкаларын һәм газ приборҙарын тартыу көсө булмағанда файҙаланыу айырыуса хәүефле, сөнки янған саҡта бүленеп сыҡҡан ағыулы матдәләр бинаға тараласаҡ. Был осраҡта хәүеф­һеҙлек автоматиканы “телгә килергә”, газ ҡаҙанын йәки һыу йылытҡысты һүндерергә тейеш. Әгәр ҡу­лай­лама эшләмәһә, газ менән ағыуланырға мөмкин.
Торлаҡ биналарҙа һәм күп фатирлы йорттарҙа төтөн һәм елләтеү юлдарын тәртиптә тотоу газ ҡо­ра­малдарын хәүефһеҙ файҙаланыуҙың мотлаҡ шарты булып тора. Газды файҙаланыу ҡағиҙәлә­ренең 11-се пунктына ярашлы, төтөн һәм елләтеү юлдарының төҙөклөгө өсөн күп фатирлы йорттарҙа – идарасы компаниялар (йә иһә барлыҡ милекселәр), торлаҡ йорттарҙа уларҙың хужалары яуаплы. Был ҡағиҙәләр бик ябай, ләкин уларҙы үтәмәү етди һәләкәткә килтереүе ихтимал. Бына улар:
газ приборын файҙаланғанда тәҙрә өлгөһөн асырға онотмағыҙ;
газ колонкаһын һәм ҡаҙанын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерегеҙ;
газ ярҙамында эшләгән йылытыу мейесе горел­каһын ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асып, тартыу көсөн тикшерегеҙ;
эшләп торған газ приборҙарын (өҙлөкһөҙ эшлә­гәндәренән һәм тейешле хәүефһеҙлек автоматикаһы менән йыһазландырылғандарынан тыш) ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
балаларға һәм газ приборҙарынан файҙаланыу ҡағиҙәләрен белмәгән кешеләргә уларҙы ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ;
газды файҙаланып бөткәс, ҡорамалдың кранын ябығыҙ;
приборға газ килеүе ҡапыл туҡтаған осраҡта, ки­сек­мәҫтән крандарҙы ябығыҙ, 04 телефоны аша авария-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ;
=газ еҫе сыҡҡан осраҡта ишектәрҙе һәм тәҙрә­ләр­ҙе асып бинаны елләтегеҙ, газ приборын фай­ҙа­ланыуҙы туҡтатығыҙ, электр ҡорамалдарын ҡа­быҙ­мағыҙ, телефондарҙы һәм электр ҡыңғы­рауҙарын ҡулланмағыҙ, газлы урындан сығып, 04 телефоны аша авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ;
=газ приборын таҙа һәм төҙөк килеш һаҡлағыҙ;
=бөтә етешһеҙлектәр газ хеҙмәткәрҙәре тарафынан төҙәтелергә тейеш;
=фатирҙың планын үҙгәрткәндә, мебелде йәки көнкүреш техникаһын ҡорғанда, газ ҡорамалын күсергәндә газ торбаһын, газ юлдарын гипс ҡа­тырға, мебель артында ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла!
=ҡыш төтөн торбаларына боҙ туңмаһын, сүп-сар тығылмаһын өсөн уларҙы әленән-әле тикше­регеҙ;
=төтөн юлдарын һәм вентиляция торбаларын үҙаллы ремонтлау, үҙгәртеп ҡороу тыйыла.
Ағыулы газдың төҫө лә, еҫе лә юҡ. Һулар һауала уның миҡдары 0,32 процентҡа етһә, кешене фалиж һуға, ул иҫен юғалта (30 минуттан һәләк булыуы ихтимал). Ә инде газ күләме 1,2 процент тәшкил итһә, кеше ике-өс һулыш алыуҙа аңын юғалтып, 3 минут эсендә йән бирә. Газ менән ағыуланыуҙың тәүге сәбәптәре (күреү, ишетеү һәләтенең түбәнә­йеүе, баш ауыртыуы, әйләнеүе) күҙәтелгән осраҡта газ ҡорамалын файҙаланыуҙы туҡтатырға, барлыҡ крандарҙы ябырға, бинаны елләтеү өсөн тәҙрәне асырға, 04 телефоны аша авария-диспетчер хеҙмәтен саҡыртырға кәрәк.

Бинала газ еҫе сыҡҡан осраҡта:

газ приборын файҙаланыуҙы кисекмәҫтән туҡ­та­тырға: приборҙарҙың һәм торбаларҙың крандарын ябырға;
бинаны кисекмәҫтән елләтергә;
газлы бинанан сығып, 04, берҙәм 112 телефоны аша авария хеҙмәтен саҡыртырға.
Йортҡа (фатирға) газды үҙаллы үткәрмәгеҙ, газ ҡорамалдарын күсермәгеҙ, тоташтырмағыҙ һәм ре­монтламағыҙ, билдәһеҙ ойошмалар хеҙмәтенән фай­ҙаланмағыҙ. Был эштәрҙе махсус ойошма ғына башҡара ала.
Газ плитәһен бинаны йылытыу өсөн ҡулланмағыҙ.
Газ приборы ҡуйылған бүлмәне йоҡо һәм ял өсөн файҙаланмағыҙ.
Шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы фатирҙа, подвалда, гаражда, балкон һәм лоджияла һаҡламағыҙ!
Газ тәьминәте системалары (газ үткәргестәр, газ ҡорамалы, уны һүндереү ҡулайламалары) эшенә сит кешеләрҙең ҡатнашыуын асыҡлаған осраҡта – 04, кеҫә телефонынан 104 һандарын йыйып, авария-дис­петчер хеҙмәтенә һәм полицияға (02) хәбәр итегеҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!


Вернуться назад