Бәпестәр күберәк тыуһын09.12.2016
Өфөләге 47-се поликлиниканың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы “Әсәлек изгелеге” Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат булды.
Медицина учреждениеһы “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” номинацияһында икенсе урынды яуланы. Бүләкләү тантанаһы Санкт-Петербургта уҙғарылды. Финалға сыҡҡан 88 кешенең 12-һе еңеүсе тип танылды, дүрт номинацияның һәр береһендә өсәр лауреат билдәләнде. Тағы ла 11 финалсы “Әсәлек изгелеге” иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнде.
Быйыл Бөтә Рәсәй конкурсы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән Андрей Первозванный фонды һәм Милли дан үҙәге тарафынан ойошторолдо. Йәмғеһе илдең 60 төбәгенән 215 ғариза ҡаралды.
Өфөлә йыл башынан алып 14 меңдән ашыу сабый донъяға килгән. Был күрһәткес былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 4,5 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта баш ҡалала үлем кимәле 2,6 процентҡа түбәнәйгән.