Үҙебеҙҙә етештерелгән09.12.2016
Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты “Башҡортостан продукты” тигән билдә ҡуйылған тауарҙар ассортиментын киңәйтергә ниәтләй. Етештереүсе предприятиеларҙан дәүләт комитетына мөрәжәғәттәр күп булыу сәбәпле, бындай билдәне аҙыҡ-түлеккә генә түгел, бүтән продукцияға ла ҡуйырға рөхсәт итмәкселәр.
Әле Башҡортостан Хөкүмәтенең ошоға бәйле ҡарар проекты ентекле тикшерелә.
“Башҡортостан продукты” проекты 2013 йылдың мартында тормошҡа ашырыла башлағайны. Унда ҡатнашырға теләк белдергән предприятиелар сифат йәһәтенән бер нисә тикшереү этабын үтә. Быға Һынау үҙәгенең бойондороҡһоҙ лабораторияһы ла йәлеп ителә. Продукцияның сифаты өс ай һайын баһалана.