Бөтәһе лә – кеше мәнфәғәтендә09.12.2016
Хөкүмәт йортонда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика комиссияһының өс яҡлы ултырышы үтте.
Тәүҙә “Рәсәйҙең юғары социаль һөҙөмтәле ойошмаһы” тигән Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов билдәләүенсә, эш биреүсенең яуаплылығына күп нәмә бәйле – өлгәшелгән һөҙөмтә юғары була, ойошманың абруйы күтәрелә.
“Эш урынында йәрәхәт алыуҙы һәм производствоға ҡарамаған өлкә ойошмаһында һөнәри ауырыуҙарҙы кәметеү” номинацияһында беренсе урын “Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, икенсе урын – “Йоматау” шифаханаһына һәм өсөнсө урын “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһына бирелде. Ә “Производство өлкәһенә ҡараған ойошмала социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн” номинацияһында “Подземнефтегаз” йәмғиәте беренсе урынды алды, “Медтехника” предприятиеһы һәм “Башҡорт әйҙәүсе компанияһы” йәмғиәтенең “Стәрлетамаҡ ТЭЦ” филиалы икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Шулай уҡ бер нисә ойошма дипломдар менән бүләкләнде.
Артабан кәңәшмәлә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.