Кемдер көмөшкә ҡоя, кемдер...07.12.2016
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Крылов граждандарҙы ҡабул итте.
Беренсе булып ингән Зәйтүнә Юнысова квитанцияла электр энергияһына түләүҙең дөрөҫ күрһәтелмәүенә, шул сәбәпле дүртенсе йыл төрлө тупһаларҙы тапарға мәжбүр булыуына борсолдо. Суд органдарында ла яҡлау тапмаған.
– Бер кем дә хәл итмәй, ҡайҙа барһам да, ҡыуалар, – тине оло йәштәрҙәге әбей, Андрей Николаевичҡа барлыҡ йыйған ҡағыҙҙарын һоноп.
Һәр кемдең фатиры – үҙе бер дәүләт. Ошо илдә тыныс һәм бәхетле ғүмер кисерергә теләйбеҙ. Бигерәк тә олоғайған көндә. 85 йәшлек Антонина Станкина йорттағы ығы-зығы сәбәпле һил генә йәшәргә форсат булмауына хәсрәтләнде.
– Икебеҙ ҙә ауырыу. Өҫкө ҡатта көмөшкә ҡоялар, эсәләр. “Роспотребнадзор”ға, кеше хоҡуҡтарын яҡлау вәкиллегенә лә мөрәжәғәт иткәйнек, фәтүә булманы. Килеп тикшереп киттеләр ҙә юғалдылар. Ә йортта һаман тыныслыҡ урынлашмай.
Хәҙер бер кемгә лә кәрәк түгелбеҙ, ҡан баҫымы күтәрелә, “Тиҙ ярҙам” саҡырһаҡ, килмәй, дауаханаға ла алмайҙар, – тип аһ-зарҙарын теҙҙе ул.
Ахырҙа ярҙамға өмөтләнеп:
– Һеҙгә ышанам, һуңғы тапҡыр килһәм ине, – тип хушлашты.
Баш ҡаланың Пархоменко урамында йәшәгән Нина Спиридонованың ялыуы ла көнүҙәк. Бөгөн энергия һаҡлағыс лампалар, градусниктар, батарейкаларҙы һала торған экобокстарға түләүҙе арттырыуҙарына ғәжәпләнде ул.
– Алдан бер ниндәй иҫкәртеү ҙә, хәбәр итеү ҙә юҡ. Беҙ бының менән риза түгел, – тине ул.
Күп балалы әсә Динара Вәлиева 8 Март урамындағы ятаҡта йәшәй. Дөйөм кухнялағы газ плитаһын файҙаланмаһалар ҙа, һаман уға аҡса түләүҙәрен, йылылыҡ етешмәүҙән бүлмәләрҙең еүеш булыуына, тараҡандың күплегенә зарланды.
Ирина Родыгина Олег Кошевой исемендәге урамда әсәһенең шәхси йортоноң соланын йылытып алған. Законлаштырыуға тотонғас, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәргә сумған, шаҡтай аҡсаһын сарыф иткән.
Андрей Николаевич, уның документтарын ҡарап сыҡҡас:
– Һеҙ бында өйҙө “реконструкциялау” тип яҙғанһығыҙ, бөтә бәләнең башы шунда. Йортто тулыһынса йүнәтеү генә “реконструкция” тип атала, – тип аңлатты.
– Уны миңә юристар яҙып биргәйне.
Торлаҡ, коммуналь хеҙмәтләндереү, социаль яҡлау…
Был көндө Андрей Крыловҡа тиҫтәләгән кеше ошо юҫыҡтағы мәсьәләләрҙе хәл итешеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Граждандар айырыуса коммуналь хеҙмәттәр өсөн килгән квитанцияларҙың аңлашылмауына, дөрөҫ тултырылмауына борсолдо. Андрей Николович уларҙың үтенесен хәл итәсәген белдерҙе.