Юл көҙгөһө бәләнән ҡотҡара07.12.2016
Өфө юлында хәүефһеҙлек көҙгөһө барлыҡҡа килде. Ул граждандарҙың аҡсаһына һатып алынды.
Ҡулайлама Шакша биҫтәһендәге Шоссе урамында тимер юл аҫтынан үтә торған ерҙә ҡуйылды. Тап ошо боролошта фажиғәләр йыш була ине. Юл көҙгөһөн һатып алыуға аҡсаны Шакшала йәшәгән Альберт Шәйәхмәтов йыйҙы. Бының өсөн ул “Бәйләнештә” селтәрендә акция иғлан итте. Сарала Шакша халҡы ғына түгел, ҡаланың башҡа райондарында йәшәгәндәр ҙә ҡушылды. Йәмғеһе 7,5 мең һум самаһы аҡса йыйылды.