Республикала “Шыршы-2016” операцияһы уҙғарыла. Яңы йыл ағасын рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн штраф 300 мең һумға етә. Граждандарға бындай тәртипһеҙлек өсөн – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең, ойошмаларға 200-300 мең һум күләмендә яза биреү ҡарала. Рөхсәт ҡағыҙы булмай тороп шыршыны күпләп ҡырҡҡандарға иһә 500 мең һумға тиклем штраф һалыныуы йәки ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. “Шыршы” операцияһын Урман хужалығы, Эске эштәр министрлыҡтары, ЮХХДИ, һалым хеҙмәте ойошторҙо.