“Ашығыс ярҙам” ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыр07.12.2016
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанға тағы ла 17 “Ашығыс медицина ярҙамы” автомобиле тапшырыла. Рәсәй Хөкүмәте ошондай машиналарҙы һатып алыуҙы өҫтәмә финанслауҙы раҫланы.

Илдең 44 төбәгенә 477 автомобиль ҡайтарыу күҙаллана. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостан 38 машина алғайны инде. Уларҙың барыһы ла заманса стандарттарҙы иҫәпкә алып эшләнгән — ГЛОНАСС системаһы, кондиционерҙар, салонды йылытҡыстар һәм башҡа медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.


Вернуться назад