Тауыш биреү дауам итә Өфөлә “Башҡортостандың 100 исеме” телепроектының беренсе этабы тамамланды. Телепроектҡа республиканың төрлө ауыл-ҡалаларынан ғына түгел, хатта күрше төбәктәрҙән 10 меңдән ашыу тәҡдим-хат килгән. Әле шулар араһынан 200 кешенең исем-шәрифе һайлап алынды. Әйтергә кәрәк, шәхестәрҙең эшмәкәрлеге 1917 – 2017 йылдар арауығынан сығып баһалана.
–Урынлы һәм ваҡытлы проект, әлбиттә. Республикабыҙҙы төҙөүҙә, уны артабан үҫтереүҙә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең исемен һәр ҡайһыбыҙ белергә тейеш. Ләкин шул уҡ ваҡытта, бик ҡурҡыныс проект, тип тә әйтергә кәрәктер. Кемдер Башҡортостандың тарихына ҙур өлөш индереп тә исемлеккә индерелмәй ҡалһа, үпкәләш китәсәк бит. Шуға ла бик һаҡ һәм уйлап эш итергә кәрәк. Бына әле лә исемдәрҙе онлайн-режимда һайлайҙар, йә комиссия ағзалары хәл итә. Ә бит һәр кем үҙенә яҡын өлкәнән сығып тәҡдим итә. Кемгәлер, мәҫәлән, сәнғәт яҡын, кемгәлер сәнәғәт, тигәндәй. Шуның өсөн дә бында берҙәм генә фекергә килеү үтә ҡыйын буласаҡ, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова.
Ә шулай ҙа эш башланған икән, уның аҙағын күрергә лә кәрәк. Был юҫыҡта уның уңышлы килеп сығыуы бөтәбеҙгә лә бәйле. Кемдәрҙер тәҡдим итә, ә кемдәрҙер һайлай...