Ышаныс белдерелде06.12.2016
[b]Башҡортостан Башлығы Бойороғо менән Айбулат Хажин рес­публиканың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде./b]
Айбулат Вәкил улы Хажин 1973 йылда Өфөлә тыуған. Өфөнөң 1-се медицина училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда Арғаяштағы 2-се урта мәк­тәптә химия уҡытыусыһы булып башлай. 2009 – 2014 йыл­дарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында проректор, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында мәғариф һәм фән бүлеге секторы мөдире, Баш­ҡорт­остандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары була. 2014 – 2016 йылдарҙа – республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.


Вернуться назад