Ышаныс белдерелде06.12.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Илшат Фәйзрахманов Башҡортостандың ауыл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде.
Төбәк Башлығының икенсе Указы менән Николай Коваленко республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһынан бушатылды.
Илшат Илдус улы Фәйзрахманов 1977 йылда Әлшәй районының Торонтайыш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын, республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, ил Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Раевка шәкәр заводында башлай. Бында ул баш бухгалтер урынбаҫары, программалаусы бухгалтер, генераль директор урынбаҫары булып эшләй. 2010 – 2015 йылдарҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Контроль-аналитика идаралығы начальнигы урынбаҫары, инфраструктур үҫеш бүлеге мөдире, республика Хөкүмәте Аппаратында агросәнәғәт комплексын үҫтереү һәм тәбиғәттән файҙаланыу бүлеге мөдире, Хөкүмәт Аппаратының агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаменты директоры була. 2015 – 2016 йылдарҙа – Дәүләкән районы хакимиәте башлығы.