Яҙыл һәм бүләк от!02.12.2016
Яҙыл һәм бүләк от! 1 декабрҙән 11-енә тиклем Рәсәй мат­буғат баҫмаларына арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк була. “Баш­ҡортостан” гәзитенә тап ошо осорҙа ташламалы хаҡҡа яҙы­лып ҡалырға ашы­ғығыҙ, дуҫтар!
Хаҡтар түбәндә­гесә:
“Башҡортостан” – 1168 һум 92 тин;
“Башҡортостан” – Йома” – 507 һум 96 тин.
Квитанцияларығыҙ­ҙың күсермәһен ре­дакцияға ебәрһәгеҙ, “2017 йылға башҡортса дини календарь” алып ҡыуа­нырһығыҙ.
Шулай уҡ йыл аҙағында лотерея отошонда төрлө көнкүреш кәрәк-ярағы уйнатыласаҡ. Әйткәндәй, “Аҙна һайын бүләк” конкурсының сираттағы еңеүселәре билдәләнде:
Учалы районының Семено-Петровское ауылынан Хәмдиә Балтабаева, Нефтекама ҡалаһынан Гөлфирә Байбулатова, Хәйбулла районының Аҡъяр ҡасабаһынан Камила Бохарбаева, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Ғ. Айытҡужин, Стәрлетамаҡ районының Заливное ауылынан Ф. Халиҡова, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылынан Н. Миңләхмәтов, Ишембай районының Этҡол ауылынан З. Әбүбәкирова еңеүсе булды. Бүләктәрҙе алыу өсөн редакцияға мөрәжәғәт итегеҙ, туғандарығыҙ килеп алһа ла була.
Белешмә өсөн телефон: 8(347)272-62-61.


Вернуться назад