Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Рим Ғиләжетдинов Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Рим Ҡәҙим улы Ғиләжетдинов 1963 йылда Борай районының Борай ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1985 йылда “Ватьеганнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында башлай. Унда инженер, өлкән инженер, өлкән инженер-технолог, цех начальнигы урынбаҫары була. 2011 – 2016 йылдарҙа – Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында бүлек начальнигы, комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры.