Ышаныс күрһәтелде30.11.2016
Республика Башлығы Указы менән Владимир Иванович Спеле Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Дәүләт комитетының әлегә тиклемге етәксеһе Наилә Ғәлиева хаҡлы ялға сыҡты.
Владимир Иванович Спеле 1969 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда Күсемһеҙ милек бюроһында башлай. Унда юрист, бүлек етәксеһе була. 2001 – 2006 йылдарҙа – Башҡортостандың юстиция министры, 2006 – 2013 йылдарҙа – Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы аппараты етәксеһе. 2013 йылда ошо совет секретары һәм совет аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнә.