Мамыҡ шәлеңә уран...30.11.2016
Ейәнсура районында республика башҡорт мамыҡ шәле фестивале уҙҙы. Был байрамда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилева ҡатнашты.
Район халҡы һәм ҡунаҡтар 23 команданың һәм айырым оҫталарҙың сығышынан оло кинәнес алды. 200-гә яҡын ҡатнашыусы үҙ оҫталығын күрһәтте. Улар үҙҙәре менән таныштырҙы, шаян таҡмаҡтар менән күңелдәрҙе күтәрҙе. Бында шулай уҡ мамыҡ шәл күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, тәҡдим ителгән әйберҙәр быйыл айырыуса күп һәм төрлө булды.
Сара аҙағында бәйгелә ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды. Фестивалдең төп бүләгенә Иҫәнғол ауылы оҫтабикәһе Зөлфиә Бикбулатова лайыҡ булды. Ауыл биләмәләре араһында Бикбау һәм Һаҡмар ауыл Советтарынан килгән командалар еңеүсе тип танылды. Оҫтабикәләрҙең эштәре айырым баһаланды.
Зөһрә Исмәғилева фестивалде ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, призерҙарға бүләк тапшырҙы.