Яңы йыл нимә вәғәҙәләй?30.11.2016
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев яңы финанс йылының республика халҡы өсөн ниндәй буласағы, төбәк ҡаҙнаһы аҡсаһының нимәгә, күпме тотоноласағы хаҡында һөйләне.
– Бюджеттың сығым өлөшөндәге төп статьяларға анализ яһаһаҡ, күрһәткестәрҙең быйылғы менән сағыштырғанда ярайһы уҡ артыуы күҙәтелә. “Милли иҡтисад” статьяһы 1,5 миллиард һумдан ашыуға артҡан. Мәғарифҡа сығым 800 миллион һумға күберәк булмаҡсы. Был аҡса, нигеҙҙә, Май указдарын үтәүгә тотоноласаҡ. Район һәм ҡала ҡаҙналарына дотациялар бер миллиард һумдан күберәк тәшкил итәсәк, – тине Константин Борисович.