Бер, ике, өс! Беҙҙә көс!30.11.2016
Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Спорт-Экспресс” федераль баҫмаһына интервьюһында республикала күмәк спорт төрҙәрен үҫтереү тураһында һөйләне.
— Беҙ илдә был йәһәттән алдынғы 10 — 15 төбәк иҫәбенә инәбеҙ. Тиҫтәнән ашыу төп олимпия спорты төрҙәре әүҙем үҫтерелә. Сифатлы спорт ҡоролмалары төҙөйбөҙ. Киләһе йыл еңел атлетика манежы булған спорт һарайын, 50 метрлыҡ бассейнды сафҡа индерәсәкбеҙ. Күптән түгел генә ҙур спорт комплексы төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Республикала спорт, ысынлап та, күтәрелеш кисерә. Баш­ҡортостан ГТО өлкәһендә лә, мәктәп спорты, шулай уҡ спортҡа йәлеп ителеүселәрҙең дөйөм һаны буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй. Дүрт миллион кешенең бер миллиондан ашыуы физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә икән, был насар түгел. Башҡортостан етәксеһе ошо хаҡта һөйләп, төбәктә спорт йүнәлешендәге үҫеш перспективаларын билдәләне.


Вернуться назад